• Home

Башҡорт театрын һөйөүселәр клубының сираттағы осрашыуы Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт, төрки телдәр факультеты студенттары һәм уҡытыусылары менән ойошторолдо. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры йәштәр хөкөмөнә Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” (режиссеры – Зиннур Сөләймәнов) спектаклен тапшырҙы.

Белешмә.
Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһы – 1919 йылда Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килгән тәүге башҡорт театрының башланғыс премьераларының береһе була. Беренсе премьера Фәтхелҡадир Сөләймәновтың (Абдулҡадир Инан) “Аҡшан батыр” әҫәре буйынса ҡуйылһа, М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”ы –театрҙың икенсе премьераһы була. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, баш ҡала Өфөгә күсерелеү сәбәпле, башҡорт театры ла күсә. 2019 йылда Республикабыҙ үҙенең 100 йыллығын билдәләгән ваҡытта Башҡорт дәүләт академия драма театры ла үҙенең йөҙ йыллығын байрам итәсәк. Был театрға Стәрлетамаҡта нигеҙ һалыныуы менән ғорурланабыҙ.
Үткән йылда Мөхәммәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулды. Авторҙың шәхесен сағылдырған сәхнә күренештәре лә бар. Әлбиттә, спектакль тарихи документтарға таянып эшләнелде.

Һуңынан был сәхнә әҫәре тураһында фекер алышыу булды. Филология фәндәре кандидаты, доцент, төрки телдәр факультеты деканы Рәйсә Илешева билдәләүенсә, спектакль – дәрес - асыҡ һөйләшеү формаһында үткән бындай осрашыуҙар йәштәр өсөн икеләтә әһәмиәтле. Берҙән, йәштәрҙе милли театрға ылыҡтырыу булһа, икенсенән, уларҙың фекере заман һулышын тойоп ижад итергә ярҙам итә. “Ҡатмарлы ваҡиғаларҙы бирә алған театрыбыҙ һәм ошондай йөкмәткене күтәрә алған профессиональ коллектив булғанға оло рәхмәтлебеҙ”, - тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Студенттарҙы, һөйләшеү барышында, “Ашҡаҙар” спектакленең ниндәй тарихи сығанаҡтарҙға таянып яҙылыуы, образдар даирәһе, сәхнәләге эш барышы үтә лә ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ, йәштәрҙең ҡыйыу, төплө фекерҙәре, ихлас теләктәре һоҡландырҙы. Киләсәктә репертуарҙа психологияға һәм фәлсәфәгә ҡоролған драмаларҙы, патриотик рух тәрбиәләгән, билдәле шәхестәр яҙмышы тураһындағы сәхнә әҫәрҙәрен, комедияларҙы һәм шиғырҙар теҙмәһенә ҡоролған моноспектаклдәр күрергә шат буласаҡтарын белдерҙе улар.
Осрашыу һуңында 1919 йылда тәүге башҡорт театры урынлашҡан Карл Маркс урамы 102-се һанлы бинаға таҡтаташ ҡуйыу, университет сиктәрендә сәхнә оҫталыҡтары дәрестәрен уҙғарыу тураһында ла урынлы тәҡдимдәр ҡабул ителде. Һәм, тағы ла, Зиннур Фәрит улы әйтеүенсә, драматургия өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға теләүсе йәштәр өсөн түңәрәк ойоштороласаҡ. Тәүге аҙымдар яһалған да инде.
Башҡорт драма театрының үҙ тамашасыһы менән яҡындан аралашыуы, фекерҙәштәр эҙләүе, заман менән бергә атлауы, һис шикһеҙ, оло баһаға лайыҡ. Маҡсатына – алға барған кеше өлгәшә, тиҙәр, беҙҙең дә һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Данлы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының киләсәге сағыу ҙа һәм уңышлы ла булыр.

Артабан уҡырға: Йәштәргә хас – дәртле, ихлас, еңел аралашыу булды

2019 йыл – илебеҙҙә рәсми рәүештә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә театр һөйөүселәр клубы ойошторолдо. Берҙәм эштең һөҙөмтәләре лә ыңғай һәм юғары булыуын аңлаған милләттәштәр, фекерҙәштәр “Милли театр һәм уның киләсәге. Стәрлетамаҡ театрына атларға йүнәлеште бергә күрһәтәйек” тигән темаға арналған һөйләшеүгә ихлас ҡушылды. Сараның модераторы булып Стәрлетамаҡта, Башҡортостандаа ғына түгел, башҡа республика һәм өлкәләрҙә билдәлелек яулаған театрҙың режиссеры Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов сығыш яһаны. Осрашыуҙың ҡунаҡтары театр-концерт берләшмәһенең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы Әбдрәхимов, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Марат улы Зарипов, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Әнүәр ҡыҙы Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәмәҙийәр ҡыҙы Хәлилова, талантлы артистар Резеда Салауат ҡыҙы Әмәкәсова, Фәрзәнә Йәһүҙә ҡыҙы Ғөбәйҙуллина булды.

Фекер алышыуҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, китапхананың “Етегән йондоҙ” һәм “Аҡинәйҙәр” клубы вәкилдәре, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледж уҡытыусылары, медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, урындағы журналистар ҡатнашты.

Тәүге һүҙ берләшмә директоры Харис Зәбих улына бирелде. Ул, үҙ йәһәтендә, асыҡ һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, осрашыуҙың төп маҡсаттарын күҙалланы, берләшмәнең уҙған йыл йомғаҡтарына һәм ағымдағы йыл пландарына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

2018 йыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры һәм филармония коллективтары өсөн уңышлы йыл булды. Тамашасыға бөтәһе алты премьера тәҡдим ителде – Р.Кинйәбаевтың “Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!”, Б.Рацер, В.Константинов пьесаһы буйынса “Ҡарауыл! Атай өйләнә”, М.Задорновтың “Килдең, киттең, хуш байғош” комедиялары, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты буйынса ҡуйылған М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” тарихи драмаһы, Спартак Ильясов романы буйынса эшләнгән “Биғылый” спектакле һәм балалар өсөн Яңы йыл әкиәте. Биш спектакль үҙебеҙҙең режиссерҙар тарафынан ҡуйылһа, “Биғылый”ҙы сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы. Филармония артистары ҡатнашлығындағы “Урал легендалары” мюзиклы ла (сценарий авторы – Башҡоростандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина) ҡала мөхитендә генә түгел, ә республика сәнғәтендә оло ваҡиғаға әүерелде.

Быйыл да бик мөһим һәм күләмле эштәр көтөлә. Ә.Хәкимов романы буйынса “Ҡуштирәк” спектакле өҫтөндә эш башланды. Розалия Солтангәрәева сценарийы буйынса “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө “Рух асылы” тип аталған яңы проект өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ, башҡорт драма театры “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телдәр фестивалендә, “Науруз” халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивалендә, Волгоград өлкәһе Камышин ҡалаһында үтәсәк Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә ҡатнашырға саҡырыу көтә. 11-13 мартта Өфөгә яңы өс премьераның – “Урал легендалары” мюзиклы, “Ашҡаҙар”, “Биғылый” спектаклдәре менән гастролдәр планлаштырыла.

Артабан Зиннур Фәрит улы: “Милли театрҙың бөгөнгө миссияһы” тигән йүнәлештә һөйләшеүҙе дауам итергә саҡырҙы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова башҡорт театрының заманға ярашлы әүҙем эш алып барыуын, үҫешен, үҙенсәлеген әйтеп үтте. Үрҙәге йүнәлеш буйынса иһә йәштәрҙе йәлеп итеү ысулдарына иғтибарҙы арттырырға кәрәк, тип билдәләне. Педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина театрҙың үҙенең урыны, тамашасыһы булыуына һөйөнөсөн белдерҙе һәм айлыҡ репертуарҙы төҙөгәндә ҡала мәҙәниәт йорттарында буласаҡ тамашаларҙы лакүҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итте. “Сөнки бер юлы бер нисә сараның тап килеүе тамашасыны икеләнеүгә һала”, - тине. Шулай уҡ, “Иң әүҙем тамашасы” номинацияһын булдырырға тигән тәҡдим индерҙе. Филология фәндәре кандидаты, төрки телдәр деканы Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы бындай осрашыуҙар эшлекле һөйләшеүгә ҡоролорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтәнә алып үтте. “Башҡорт театрының бөгөнгө төп миссияһы – милли мәҙәни мөхит булдырыуға, тыуған телде һаҡлауға ҡайтып ҡала”, - тине ул һәм эш тап ошо йүнәлештә етди алып барылырға тейешлеген дә әйтте.

Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы кафедра мөдирҙәре, декан урынбаҫарҙары, доценттар, уҡытыусылары Мансуров Илсур Сәлихйән улы, Үтәев Айнур Фәнис улы, Мөкимова Нәсимә Әнүәр ҡыҙы, Давлетова Миңзәлә Ишдәүләт ҡыҙының ҡатнашып, төплө, һөҙөмтәле эш өсөн кәрәкле фекерҙәрен еткереүҙәре оло баһаға лайыҡ.

“Аҡинәйҙәр” клубы етәксеһе Вәсилә Халиҡова, А.Инан исемендәге милли китапхананың мөдире Нәзифә Иҫәнғужина, 2-се һанлы поликлиникаһының акушер-гинекологы Гөлсөм Иралина, социология фәндәре кандидаты Сәйҙә Әхмәтвәлиева, медицина колледжы һәм күп профилле профессиональ колледжының башҡорт теле уҡытыусылары Раушания Йомағужина һәм Гөлфиә Ноғоманова, Бөтә донъя башҡорт йәштәр ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе Эльвира Әсфәндийәрова, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡытыусыһы Ғөбәйҙуллина Рәмзиә Ишмөхәмәт ҡыҙы, “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужин, һөйләшеүгә ихлас ҡушылып, үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен асып һалды.

Осрашыу барышында “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров та башҡорт театры менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең ыңғай яҡтарын әйтеп үтте һәм артабан Театр йылына арналған аралашыуҙы редакцияла дауам итергә тәҡдим яһаны. “Башҡорт драма театры тамашасылары улар беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ, шуға күрә берҙәм эш талап ителә”, - тине ул.

Осрашыу ихлас, йылы мөхиттә үтте. Башҡорт театр сәнғәтенә битараф булмаған фекерҙәштәребеҙ булғанда, ижад майҙаны гөрләп торор, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр.

ТЕАТР – ТАЛАНТТАР ТӨЙӘГЕ

Театр йылына арналған сараларҙың береһен Абдулҡадир Инан исемендәге үҙәк китапхана ойошторҙо. Республикабыҙ театр сәнғәтендә мөһим урынды биләгән Башҡорт драма театры артистары менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы маҡсат итеп алған осрашыуҙы китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина алып барҙы.
“Театр – таланттар төйәге” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Етегән йондоҙ” һәм “Ағинәйҙәр” клубы вәкилдәре, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм студенттары, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледж уҡытыусылары, студенттары, Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, урындағы журналистар ҡатнашты.
Осрашыуға килеүселәрҙең һорауҙарына Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры режиссеры Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов, талантлы артистар - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова, Марат Зөбәиров, Фәнил Ҡарасурин, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова яуап бирҙе.
Театр йылындағы яңылыҡтар, пландар, ҡуйыласаҡ спектаклдәр тураһында Зиннур Фәрит улы бәйән итһә, тамашасыларҙың яратҡан артисы Марат Зөбәйеров образдар өҫтөндә нисек эшләүен ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ләйсән Каримова Спартак Ильясов романы буйынса ҡуйылған һуңғы премьераларҙың береһе «Биғылый» спектаклендә үҙенсәлекле ролен нисек тыуҙырыуы хаҡында һөйләне, ә йәш актер Фәнил Ҡарасурин Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар башҡорт театрының тоғро тамашасылары театр репертуарындағы барлыҡ спектаклдәргә ҡарата иң йылы һүҙҙәрен һәм ихлас ҡараштарын еткерҙе. Бигерәк тә, “Ашҡаҙар” (М.Бурангулов), “Биғылый” (С.Ильясов) спектаклдәре буйынса һөйләшеү оло ҡәнәғәтлек менән барҙы.
Китапхана эстафетаны башҡорт театрына тапшырҙы. 24 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 4-тә барлыҡ театр һөйөүселәрҙе асыҡ һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Осрашыуҙан һуң, “Биғылый” спектаклен ҡарау мөмкинселеге тәҡдим ителәсәк.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ драма театрының артистары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Матур театр мөхитендә ҡолас йәйеп ижад итәләр. Афарин! Уңыштар юлдаш булһын, артистарыбыҙға! Театр йылы барыһына ла тик уңыштар алып килһен!

Артабан уҡырға: ТЕАТР – ТАЛАНТТАР ТӨЙӘГЕ

ТЕАТР ЙЫЛЫНА – СТАРТ БИРЕЛДЕ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе тантаналы рәүештә Театр йылын асты. Мәғлүм булыуынса, 2019 йыл, Рәсәй Федерацияһы Президенты Ҡарары менән, Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән халыҡҡа Спартак Ильясовтың “Биғылый” спектаклен күрһәтер алдынан, театрҙың режиссеры Зиннур Сөләймәнов артистар менән берлектә мауыҡтырғыс сара ойошторҙо.

Тамашасыны театр-концерт берләшмәһенең фойеларында күңелле тамашалар, йыр-бейеүҙәр, рус халыҡ инструменттары оркестрының көймоңдары оҙатып йөрөнө. “Ғәлиәбаныу” спектакленән алынған өҙөктө олоһо ла, кесеһе лә йотлоғоп тыңланы. Бөтә ерҙән йәнлелек, дәрт, ихласлыҡ бөркөлдө, бер һүҙ менән әйткәндә, театр эсендә тормош ҡайнаны. Әйткәндәй, тарихи фото, афиша, реквизиттарҙан эшләнгән мәғлүмәти мөйөш тә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Тантанала абруйлы ҡунаҡтарҙы - Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Рахманғоловты, ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллинды тамашасылар рәтендә күреүебеҙгә шат булдыҡ. Театрыбыҙҙың тоғро дуҫы, остазыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, профессор Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының, ошо уҡыу йортоноң өлкән уҡытыусы Рима Тәлғәт ҡыҙының килеүе тантананы биҙәне һәм сараның мөһимлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Тәүге ҡотлау һүҙен театр-концерт берләшмәһенең директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимов алды. Ул үҙ телмәрендә Театр йылының әһәмиәтен баһаланы һәм залда ултырыусыларҙың барыһына ла, башҡорт театрына тоғро булғандары өсөн, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ Яңы йыл менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы уңыштар теләне. Ошо юғары нотала берләшмәлә эшләүсе артистарға, хеҙмәткәрҙәргә оҙаҡ йылдар республикабыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт иткәндәре өсөн Мәҙәниәт министрлығының, Рәсәй һәм республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаларының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын, Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Тәүге ҡотлау һүҙен театр-концерт берләшмәһенең директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимов алды. Ул үҙ телмәрендә Театр йылының әһәмиәтен баһаланы һәм залда ултырыусыларҙың барыһына ла, башҡорт театрына тоғро булғандары өсөн, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ Яңы йыл менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы уңыштар теләне. Ошо юғары нотала берләшмәлә эшләүсе артистарға, хеҙмәткәрҙәргә оҙаҡ йылдар республикабыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт иткәндәре өсөн Мәҙәниәт министрлығының, Рәсәй һәм республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаларының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын, Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. “Биғылый” спектакле менән Театр йылын асыу оло мәртәбәгә әүерелде. Сөнки был сәхнә әҫәре барыбыҙҙы ла яҡшылыҡҡа ынтылырға, үҙ ереңде яратырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, бер-береңде ихтирам итергә өндәй. Киләсәктә дә тамашасыларыбыҙ залдар тултырып килер, күңелдәренә дәрт, йөрәктәренә илһам алып ҡайтыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

ИҢ ҘУР БАҺА – ХАЛЫҠТЫҠЫ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса эшләнгән яңы сәхнә әҫәре “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй Тыуған ил мәҙәниәте” проекты буйынса ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, проект буйынса башҡорт драма театрында ике йыл дауамында бөтәһе өс спектакль эшләнелде, “Биғылый” – дүртенсеһе.

Ике көн дауамында барған спектакль тамашасының көслө алҡыштары менән оҙатылды. Премьераға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһының республика комитеты рәйесе Александр Кузьменко кеүек юғары вазифалы ҡунаҡтарҙың килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Шулай уҡ, абруйлы ҡунаҡтар булыуы менән бер рәттән театрыбыҙҙың яҡын дуҫтарына әүерелгән “Шоңҡар” журналы редакторы Мөнир Ҡунафинды, З.Биишева исемендәге “Китап” башҡорт нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәт Үтәбайҙы, коллегаларбыҙ - Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһе директоры Айбулат Ҡотошовты, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры директоры Виктория Замесинаны күреүебеҙгә шат булдыҡ. Күрше Ишембайҙан бер төркөм тамашасыны ойоштороп алып килеүсе ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Нәсимә Собханғолова рәхмәтлебеҙ. Баш ҡалабыҙҙың башҡорт театрынан килгән дуҫтарыбыҙҙың, коллегаларыбыҙҙың премьераға килеүе, уларҙың театр сәнғәтенә битараф булмауы һоҡландырҙы. Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Айҙар Зарипов тәжрибә уртаҡлашыуға, бер-береңде ихтирам итеүгә ҡоролған бындай матур йоланы артабан да дауам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.

Саҡырылған ҡунаҡтар һәм ҡәҙерле тамашасылар тарафынан артистарға, бигерәк тә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримоваға, Илфир Баймырҙинға, Марат Зөбәйеровҡа, Рәсил Сынбулатовҡа, Зиләрә Юлтаеваға, Әлиә Зариповаға, Револь Ғималовҡа, Айһылыу Фазыловаға, Нурзидә Сәлимгәрәеваға, әлбиттә, спектаклдең режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа һәм сәхнәгә ҡуйыусы төркөмгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ошондай етди әҫәргә тотоноп, уны тамашасыларҙың йөрәгенә етерлек кимәлдә эшләй алыу – оло талант тип

билдәләнде. Төп ролдәрҙе - йәш Биғылыйҙы уйнаусы Илнур Атйетәров менән Оло Биғылыйҙы уйнаусы Азат Вәлитовҡа иһә романдың авторы Спартак Ильясов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм быйыл оло сәхнәлә тәүге аҙымдарын атлаған йәш актерҙар Фәнил Ҡарасуринға, Ирек Ибраһимовҡа киләсәктә сағыу ролдәр теләне.

Берләшмәнең директоры Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Харис Әбдрәхимов әйтеүенсә, авторҙың үҙе һәм сценарийын яҙыусы Гүзәл Ғәлиеваның премьераға килеүе театр өсөн генә түгел, ә тамашасы өсөн дә оло ваҡиғаға әүерелде. Сөнки был спектакль романдағы булған хәлдәргә таянып эшләнелде, ә яҙыусы әҫәрҙәге ваҡиғалар теҙмәһен тап герой хәтирәләренән яҙып ала.

Спектаклдә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып ҡайтып, үҙ илендә ҡасҡын булып йәшәргә мәжбүр булған Биктимер Биҡҡужа улы Йомағоловтың аяныслы яҙмышы һүрәтләнә. Халыҡ уны “биғылый” тип йөрөтә. Тормошо барлыҡ кешеләрҙеке кеүек башлана Биктимер Йомағоловтың. Һуғыш башланғанға тиклем армияға алына. Өлкән сержант вазифаһында хәрби әҙерлек үтә. Үҙенең өлгөлө командир булыуы, хәрби ҡорал һәм техникаһы яҡшы белеүе менән айырылып тора, иптәштәре һәм юғары командование алдында абруй яулай. Ғағаузия илендә хеҙмәт иткәнендә егет үҙенең мөхәббәтен осрата. Тик был илдең СССР составында булһа ла, рәсмиләштереп өлгөрмәүе сәбәпле, ҡыҙға Биктимер менән китеү ҡәтғи тыйыла. Үкенескә ҡаршы, Гөлзада менән Биктимер мөхәббәтенең тарихы ошонда өҙөлә, улар башҡа осраша алмай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Белоруссия ерҙәрендә, дошман танкыларын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Тик бер алышта хәрби етәкселектең ваҡытында яғыулыҡ менән тәьмин итмәүе сәбәпле, уларҙың танк полкы сигенергә мәжбүр була. Артабан үҙебеҙҙекеләргә ҡыуып етеү теләге менән китеп барған яугирҙар, фашистар яҡлы поляк ҡартына эләгеп, әсирлек ғазаптарын татый. Биктимер Йомағолов та шулар араһында була. Аҙаҡ немец полковнигының ҡыҙын поезд аҫтында ҡалыуҙан ҡотҡарғаны өсөн штрафбатҡа эләгә. Башҡа әсирҙәр менән илебеҙгә ҡаршы һуғышҡа алып барғанда үҙебеҙҙекеләр яғына сығабыҙ тип план ҡороуҙары селпәрәмә килә. Биктимерҙе хыянатсылыҡта ғәйепләйҙәр һәм үҙебеҙҙең илдә тотҡонлаҡҡа эләгә. Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтһә лә, Биктимер азатлыҡҡа ынтыла. Ошо ниәтен тормошҡа ашырып, совет лагерынан ҡасыуға өлгәшә. Тик бер ниндәй документһыҙ кешегә кешеләр араһына урынлашыу мөмкин булмай. Һөҙөмтәлә, ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ҡасҡын тормошона дусар ителә. Яҡынса 1982 – 84-се йылдарҙа һәләк була. Йүрүҙән аша баҫма

хеҙмәтен үтәгән ҡарағастың кибеп бөткән ботағына ғына сәнселеп тора. Күпмелер ваҡыт уҙғас, урман ҡарауылсылары табып уны ауылға алып ҡайтып, ергә бирәләр.

Төрлө хәлдәрҙә үҙ-үҙенә тоғро ҡалыу, ниндәй генә һынауҙар кисереүгә ҡарамаҫтан кешелек сифаттарын юғалтмау – башҡорт халҡына хас көслө һыҙаттар. Биктимер ҙә, ниндәй генә ауырлыҡтар үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә, тыуған еренә, ғәзиз еренә тоғро ҡала...

  • 1
  • 2

Brilliant Instajoom

This endpoint has been retired
гранты в области культуры и искусства
министерство культуры
Мустай Карим
год театра в россии
башкортостан юбилей 100 лет
<iframe width="960" height="640" src="https://all.culture.ru/widgets/embed/eozcaqkg5dc5po8a" frameborder="0" allowfullscreen></iframe>

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 30В
Касса телефондары: 8 (3473) 43-98-18

логотип СГТКО

г. Стерлитамак, проспект Ленина, 30В
Тел. кассы: 8 (3473) 43-98-18
Эл.почта: This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it.