Пресса о нас

Сәхнә биҙәге Ҡәҙриә

Ул ҡатнашҡан спектаклдәрҙе йәштәр ярата.

Актриса Кадрия Акбаева

  ...Абҙан ауылында (Архангел районы) Аҡбаевтар  ғаиләһендә көтөп алынған ҡыҙ донъяға килә. Берҙән-бер балаға, ҡәҙерләп, Ҡәҙриә тип исем ҡушалар. Бер генә бөртөк ҡыҙ булһа ла, Әсҡәт менән Ғәлиә уны иркәләп-наҙлап ҡына ултырмай, киреһенсә, балала тырышлыҡ, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ сифаттарын тәрбиәләй. Шуға Ҡәҙриәнең алты йәштән уҡырға төшөүенә, йылды икенсе класс менән тамамлап ҡуйыуына бер ҙә аптырайһы түгел.

    Эйе, кескәй генә сағынан ҡыҙ­ҙарына ҙур өмөт бағлай ата-әсә, киләсәктә абруйлы табип булыр тип хыяллана. Тик... үҫмер көтмәгәндә башҡа юлды һайлай. Ул – актриса! Хәйер, ҡыҙҙарының был ҡылығына бер ҙә үкенес тә, үпкә лә белдер­мәйҙәр. Ҡәҙриә ҙур сәхнә тормошон башлап ҡына торһа ла, уңыштары ата-әсәһен дә, үҙе эшләп йөрөгән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективын да һәм, иң мөһиме, тамашасыны ла ҡыуанды­рырлыҡ!

Эйе, күп кенә осраҡта ата-әсә менән баланың хыялы тап килеп етмәй. Нисек кенә булмаһын, уның хыялына ҡаршы төшөргә, ҡанатын һындырырға ярамай. Аҡбаевтар дөрөҫ юлды һайлай. Ауыл мәктә­бенән Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына, унан Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназияға уҡырға бара Ҡәҙриә, фортепиано, аккордеонда профессиональ кимәл­дә шөғөлләнә. Артабан Заһир Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. Шулай итеп, бала саҡ хыялы тормошҡа аша.

Әлбиттә, табипмы һин, актермы йә иһә башҡа төр һөнәр эйәһеме – тырышлыҡ бар өлкәлә лә кәрәк. Шуға Ҡәҙриәгә бала саҡта һалынған орлоҡ, хатта өс йәшендә яҙырға-уҡырға өйрәнеүе лә театр тормошонда мө­һим, сөнки һынландырған геройыңды тамашасы хөкөмөнә сығарыу өсөн күп хеҙмәт һалына. Сәхнәгә ҡарап һоҡланыу бер, ә ролде башҡарыу өсөн байтаҡ сабырлыҡ, фекер йөрөтә белеү кәрәк...

Йәш актриса үҙендә оҫталыҡтың күп кенә серҙәрен туплап өлгөргән дә инде. Хәйер, әле уҡыған сағында уҡ уға ҙур өмөт бағлайҙар, Татар­станға китергә мөмкинлеге була, әммә Ҡәҙриә башҡорт театры сәхнәһен һайлай.

— Сығарылыш спектакленән һуң яҡташым Рауил ағай Ғәлин менән оҙаҡ әңгәмәләштек, ул Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тураһында һөйләне, бер коллективта эшләргә саҡырҙы. Оҙаҡ уйлап торманым, кескәй саҡтан спектаклдәрен яратып ҡараған театрға йүнәлдем, — тип хәтерләй актриса Стәрлетамаҡҡа килеүен. – Килеүемә һис тә үкенмәйем, бында шул тиклем көслө ижади мөхит, һәр артист үҙе бер дәүер, үҙе бер донъя! Рауил ағай ғына түгел, барыһы ла яҡташтарса ҡабул итте, һәммәһе ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. Бында актер булараҡ үҫеү өсөн нигеҙ бар, — ошондай рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә Ҡәҙриә.

Тамашасы һөйөүен яулар өсөн өс йыл ваҡыт аҙмы-күпме икәнлеген ҡапыл ғына әйтеүе ауыр. Әммә шуныһы ҡиммәт: Ҡәҙриәнең уйнауын тамашасы алҡыштарға күмә, рәхмәт әйтеп китә. Бында йәш актрисаның абруйлы сәхнә оҫталары янында юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба алыуы бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә. Уның “Һөйәрҙәргә ҡапҡан” спектак­лендә (Илшат Йомағолов) Шәрғиә ролен тамашасы айырыуса ярата. Йәш актриса тормоштағы ҡатын-ҡыҙҙың шатлығын да, ҡайғыһын да, бәхет фәлсәфәһен дә асып бирә алған был образда.

— Үҙемде тормошта лирик героиня тип хис итәм, ә бына сәхнәлә ҡыйыу, сая, күңелендә әллә ниндәй көрәш барған гүзәл заттарҙы уйнау, шулай уҡ комик образдарҙы һын­ландырыу оҡшай. Был спектаклдә иһә тормоштан уңмаған ҡатын, ғаилә ҡиммәттәрен ергә һалып тапарға әҙер торған ир ҡатыны булып уйнайым. Ул ролдә лирик героиня ла, сая гүзәл зат та – барыһы ла сағыла, — ти әлеге спектакль хаҡында актриса.

Ә бит ул үҙе әле кейәүҙә лә түгел, уның ҡарауы ниндәй образ тыуҙырған! Әйткәндәй, Ҡәҙриә ҡат­нашҡан спектаклдәрҙе йәш егеттәр айырыуса яраталыр әле. Тик актриса ғына: “Әле Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт­остан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлайһы бар”, — ти. Был йәһәттән уға уңышлы уҡып бөтөп, киләсәктә инде тормошта һөйөлгән һәм һөйгән ҡатын, һөйөклө әсә ролен уңышлы башҡарыуын, ә сәхнәгә булған һөйөүенең һүрелмә­үен теләргә генә ҡала. Лирик героинямы, сая ҡыҙ йә иһә комедия героиняһымы, ниндәй спектаклдә генә уйнама, һинән сағыу-сағыу образдар тыуҙырыуыңды көтәбеҙ, Ҡәҙриә!

 

Рәмил МАНСУРОВ
Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы

"Ашҡаҙар" гәзите

 

гранты в области культуры и искусства
министерство культуры
Мустай Карим
год театра в россии
башкортостан юбилей 100 лет
<iframe width="960" height="640" src="https://all.culture.ru/widgets/embed/eozcaqkg5dc5po8a" frameborder="0" allowfullscreen></iframe>

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 30В
Касса телефондары: 8 (3473) 43-98-18

логотип СГТКО

г. Стерлитамак, проспект Ленина, 30В
Тел. кассы: 8 (3473) 43-98-18
Эл.почта: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.