Версия для слабовидящих

“Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе” Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт бюджет учреждениеһының

ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВ исемендәге БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ тарихы

Стәрлетамаҡ – башҡорт театрҙарының башланғысы

Башҡортостан театрҙары тарихына күҙ һалһаҡ, ғәжәйеп асышҡа осрайбыҙ. Баҡһаң, Стәрлетамаҡ ере – Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Сибай дәүләт башҡорт драма һәм Салауат дәүләт башҡорт драма театрҙарына ғүмер биргән мәҙәниәт усағы булып сыға. Тарихи мәғлүмәттәр беҙгә шул хаҡта һөйләй. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ театры тарихын шартлы рәүештә 4 өлөшкә (осорға) бүлергә мөмкин.

Беренсе осор: «Ашҡаҙар клубы» – 1912 йылдар

Өфөнөң «Ғосман» мәҙрәсәһендә белем алған Ғиләж Ғүмәрскийҙы Стәрлетамаҡ милли театрын ойоштороусы тип ҡурҡмай әйтергә була. 1912 йылда Миркит-Минской волосындағы мәктәптә мөғәлим һәм изба-читальныйҙа китапхана эшен етәкләгән Ғиләж башҡорт һәм татар драматургтары әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡып сыҡҡас, Стәрлетамаҡта театр ойоштороу ниәте менән яна башлай. Шул ниәт менән Стәрлетамаҡтың уҡымышлы йәштәре йөрөгән «Ашҡаҙар» клубына килә. Сауҙагәр улы Фәхри Вәлидов был клубты 1910 йылда ойоштора. Мандолина, гармун, пианинола уйнай белгән сауҙагәр улы бында йыйылған йәштәрҙе, дуҫтарын үҙе белгән һөнәренә өйрәтә. Һәм ул Ғиләж Ғүмәрскийҙың театр ойоштороу ниәтенә ихлас ҡушыла. Шулай итеп, бындағы йәштәр Ғәлиәскәр Камалдың «Уңмаған кейәү» исемле комедияһын сәхнәләштереүгә тотона. Репетиция Патрикеев сауҙагәренең йортонда үтә. Шунда сәхнә төҙөйҙәр. Кейем, реквизит кеүек нәмәләрҙе өйҙәренән алып киләләр. Ә музыканттар төрлө яҡлап тамашаны биҙәү өҫтөндә эшләй.

Һөйләүҙәре буйынса, спектакль көтөлмәгән уңыш ҡаҙана. Тамашаны ҡараған сауҙагәрҙәр артистарҙы һыйлай, бүләк урынына аҡса тарата. Мәҫәлән, Зөһрә Әбләйова тигән ҡыҙға 10 һум бирәләр (ул саҡтағы дәүләт чиновнигының ике айлыҡ эш хаҡы). Ә Ғәрифә һәм Сабира Вәлидовалар (Фәхри Вәлидовтың һеңлеләре), Ғиләж Ғүмәрскийҙың ҡатыны Гөлминиса, уның апаһы Гөлшат һәм еҙнәһе Хәнәфи Даутов һәм башҡа спектаклдә ҡатнашҡан артистарға 3–5 һум аҡса бүләк итәләр. Ә ул заманда был аҡсаға бер һыйыр һатып алып булған.

«Ашҡаҙар» клубы оҙаҡламай тәүге «Мираж» кинотеатры бинаһына күсә (К. Маркс урамы, 102 – әле унда йорт ултыра).

Икенсе осор: «Академия нигеҙе» – 20-се йылдар

Граждандар һуғышы тамамланып, тыныс тормошҡа күскәс, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта тағы ла мәҙәни усаҡтар ҡабына башлай. 1919 йылдың 4 декабрендә башҡорт театры ойошторола. Тәүҙә «Мосолман драма артистарының ширҡәте» тип атала. Уға үҙенең коллективтары менән И.Ҡудашев-Ашҡаҙарский, Ғ.Кәриев һәм С.Ғиззәтуллина-Волжская инә. Тәүге театр менән ул саҡтағы билдәле актер һәм режиссер В.Мортазин-Иманский етәкселек итә. 1919 йылдың декабрендә 1-се башҡорт театры труппаһына Ғ.Ушанов саҡырыла һәм ул тәүгеләрҙән булып профессионал теарға халыҡ ижадының сағыу элементтарын индерә.

Ошо йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ башҡорт театрында шағир-драматург Ф.Сөләймәнов-Инандың «Салауат батыр» драматик хроникаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы була. Һуңынан репертуар Ш.Бабичтың «Ғазазил»,

М.Буранғоловтың «Ашҡаҙар» һәм «Алпамыша», Д.Юлтыйҙың «Маҡтымһылыу» һәм «Ҡарағол» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған тамашалар менән тулылана. Тап ошо «Мираж» сәхнәһендә М.Фәйзи пьесаһы буйынса «Ғәлиәбаныу» спектакленең премьераһы үтә (ул хәҙерге заманда ла башҡорт драма театры репертуарында ун йыл уйналды). 1922 йылда баш ҡала Өфөгә күсеү сәбәпле, башҡорт драма театры ла күсерелә.

Өсөнсө осор: «Совхоз-колхоз театрҙары» – 30-сы йылдар

Утыҙынсы йылдар уртаһына хәтлем Стәрлетамаҡта мәҙәни тормош һүнгәндәй була. Ләкин яҡын тирәлә нефть ятҡылығында эш башланыу менән ҡалалағы тормош  яңынан ҡабына. Мәҙәни тормош йәнә гөрләй башлай. Утыҙынсы йылдарҙың икенсе яртыһында ҡалала яңы ике мәҙәниәт үҙәге барлыҡҡа килә: башҡорт һәм урыҫ театрҙары. Һәм улар нигеҙендә Башнаркомпрос, район ауыл тамашасыларын хеҙмәтләндереү ниәтендә, башҡорт совхоз-колхоз күсмә театры ойоштора. Тап ошо  йылдарҙа йәш артист Арыҫлан Мөбәрәков үҙенең таланты менән халыҡ һөйөүен яулай. Шулай итеп Я.Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмында төп ролде башҡарыусы, СССР-ҙың халыҡ артисы А.Мөбәрәковтың таланты Стәрлетамаҡта асыла, уның ижады ошонан юл ала. Һуңынан ул ошо коллектив менән яңы ғына ойошторолған “Баймаҡ (Сибай) сиҙәм ерҙәр” башҡорт театрына күсә.

Стәрлетамаҡ, Красноусольск (Ғафури), Маҡар (Ишембай), Ҡарағош (Стәрлебаш) тамашасыларын хеҙмәтләндереү туҡтала. Ләкин тап шул мәлдәрҙә был төп театрҙан айырмалы Ауырғазы районында үҙ совхоз-колхоз театры ойошторолған була. Һәм уға Стәрлетамаҡ башҡорт театрының ҡалған артистары, ә аҙаҡ Дәүләкән башҡорт совхоз-колхоз театры ҡушыла. Ә һуғыштан һуң, 1950-54 йылда Ауырғазы театры Салауат ҡалаһына күсә.

Дүртенсе осор: “Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры” – 90-сы йылдар 

1990 йылдар башындағы кризис арҡаһында бик күп мәҙәни үҙәктәр ябылғанда,  Стәрлетамаҡта яңы башҡорт дәүләт драма театрының асылыуы тарихи ваҡиғаға әүерелә. 1990 йылдың 1 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Стәрлетамаҡ театрҙар берекмәһе эргәһендә башҡорт театрын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя. Әлбиттә, был ҡаһарманлыҡты ул саҡтағы Мәҙәниәт министры Салауат Әминев һәм Стәрлетамаҡ ҡала етәксеһе Спартак Әхмәтов ойошторҙо. Театрға  тамашасыны туплай алыусы йәш режиссер Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясоваға, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, билдәле драматург, педагог Илшат Йомағоловҡа (1932 – 2007), шулай уҡ ул замандарҙағы рус драма театры директоры Анатолий Евсеевич Полянкинға (1952–2022) һәм башҡа рухлы ҡала интеллегенцияһына тик рәхмәт һүҙҙәре яңғыраһын, сөнки улар башҡарған эштәр театр тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тап ошо шәхестәрҙең ныҡышмал, тынғыһыҙ ҡаһарман хеҙмәте арҡаһында бөгөнгө Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры халыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итә. Театрҙа тәү башлап эшләүселәрҙе – Башҡортостандың халыҡ артистары Кинйәбикә Исламғолованы, Рафиға Галинаны, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Таһир Искәндәровты, Ләйсән Кәримованы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужинды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимрановты әйтеп үтеү мөһим.

1991 йылдың 7 апрелендә тамашасыға тәүге премьера – Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” драмаһы тәҡдим ителә (режиссеры –Гөлдәр Ильясова, тәржемәсе – Вил Ғүмәров). Тап ошо дата театрҙың тыуған көнө итеп билдәләнә.

Әлбиттә, Стәрлетамаҡ театрының яңынан барлыҡҡа килеүендә, ижади коллективтың формалашыуында, репертуарын байытыуҙа Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясованың һәм Илшат Хәлил улы Йомағоловтың эшмәкәрлеге айырыуса баһалап бөткөһөҙ. Улар бар ғүмерен башҡорт театр сәнғәте үҫешенә бағышлап, республикала ҙур эҙ ҡалдырыусы бөйөк шәхестәр. Йәштәргә лә, урта һәм оло быуын артистарына ла ышаныс һәм таяныс булып, сәхнәлә матур-матур образдар тыуҙырыусылар ҙа улар.

Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙенең эшләү дәүерендә төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә.

1993 йылда “Театр яҙы – 93” республика фестивалендә Б.Гавриловтың (И.Йомағолов тәржемәһендә) “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” спектакле.

 1994 йылда «Театр яҙы 94» республика фестивалендә Ф.Бүләковтың «Онотолған доға» спектакле лауреат исеменә лайыҡ була. Ошо айҡанлы драматургҡа, спектаклдең режиссеры Гөлдәр Ильясоваға, балетмейстер Ирина Филипповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары бирелә.

1996 йылда «Аҡ төндәр» (Санкт-Петербург) – “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” һәм  «Онотолған доға» спектаклдәре ҡатнаша.

1997 йылда «Театр яҙы» республика фестивале. Н.Иҫәнбәттең «Һижрәт» спектакле – Башҡортостандың халыҡ артисы И.Рәхимов «Ролен пластик йәһәттән иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһы еңеүсеһе.

1999 йылда коллективтың сәхнә оҫталары «Андижан яҙы» (Үзбәкстан Республикаһы) һәм 2002 йылда «Театр мәҙәниәте күпере аша аңлашыу» Халыҡ-ара фестивалдәрендә театр юғары баһа ала.

2003 йылда «Театр яҙы» республика фестивале. «Упҡын ситендә» (М.Шаханов) спектакле. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А.Хәлилов «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһы еңеүсеһе.

2004 йылда «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» фестивале. «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» (А.Хөсәйенов) спектакле. Башҡортостандың халыҡ артисы Ф.Рәхимова «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе.

2005 йылда «Театр яҙы» республика фестивале. «Ә Торатау һаман тора..» (Р.Кинйәбаев) спектакле. Башҡортостандың халыҡ артисы М.Бакирова «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Р.Хәсәнов – «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» номинацияларында еңеүселәр.

2008 йылда «Ҡолонсаҡ» балалар спектаклдәре фестивәлендә И.Йомағоловтың «Серле моң» әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль (режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов) Гран-при яулай.

2009 йылда «Театр яҙы» фестивалендә Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме…» спектакле «Өмөт» (режиссеры – А.Йыһаншин), «Иң яҡшы сценография» (А.Нестеров), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (М.Бакирова) номинацияларына лайыҡ була.

2009 йылда М.Кәримдең тыуыуына 90 йыл айҡанлы республика фестивале. «Ҡыҙ урлау» спектакле (Өфө ҡалаһы); «Наурыҙ байрамы» халыҡ-ара байрамы (Төркиәнең Стамбул, Анкара ҡалалары); 2011 йылда Хужа Насретдин исемендәге Халыҡ-ара (Төркиәнең Аҡшәһәр ҡалаһы) һәм «Төрки халыҡтарының мәҙәни мираҫы» (Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһы) Халыҡ-ара фестивалдәрендә сит ил тамашасыһының һөйөүен яулай.

2010 йылда III Халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Мең һулыш бер тауыш» төрки халыҡтары (Төркиәнең Конъя ҡалаһы), «Үҙем яҙған яҙмыш» (М.Бураҡаева) спектакле диплом менән бүләкләнә.

2010 йылда Ф.Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” (режиссеры – А.Йыһаншин) Республика башҡорт драматургияһы фестивалендә Гран-при яулай.

2011 йылда ошо уҡ спектакль Бөтә Рәсәй йәш режиссерҙар фестивалендә “Иң яҡшы спектакль” тип таныла.

2012 йылда V «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле фестивалендә (Өфө ҡалаһы) Ф.Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” спектакле “Иң яҡшы спектакль” номинацияһында Гран-приға, төп ролде башҡарыусы Ф.Бакиров “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылда был спектакль Башҡортостан көндәре сиктәрендә Мәскәү сәхнәһендә күрһәтелә.

2012 йылда күренекле ҡаҙаҡ драматургы Д.Исабековтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы уҙғарылған «Исабеков донъяһы» (Ҡаҙағстан Республикаһы Алма-Ата ҡалаһы) халыҡ-ара театраль фестивалендә ҡатнаша. «Күңелле сәхнә» фестивалендә I урын ала.

2013 йылда З.Сөләймәновтың “Битарафлыҡтан ҡурҡ” спектакле наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Башҡортостандағы Рәсәйҙең федераль хеҙмәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

2017 йылда театр коллективы “Театр яҙы” фестивалендә М.Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” спектакле диплом менән бүләкләнде һәм “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында Зиләрә Юлтаева еңеүсе булды. Ошо уҡ йылда Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы сиктәрендә ойошторған конкурста спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов “Иң яҡшы режиссер эше”, Шайтан Әхәт ролен башҡарыусы Марат Зөбәйеров “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” номинацияларында билдәләнде.

2017 йылда Чебоксар ҡалаһында уҙғарылған “Төҫлө әкиәт” милли театрҙарҙың II Төбәк-ара йәштәр фестивалендә М.Кәримдең “Өс таған” спектакле “Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль (режиссеры – Антон Федоров, Мәскәү ҡалаһы)  дәрәжәһендә дипломант булды. 

2019 йылда М.Кәримдең “Өс таған” спектакле Гран-при менән ҡайтты, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде. “Иң яҡшы сценография” дипломы менән спектаклдең режиссеры Антон Федоров һәм театр-концерт берләшмәһенең художество-бутафор цехы начальнигы Лилиә Сөләймәнова бүләкләнде.

Ошо уҡ йылда Ҡазан ҡалаһында уҙған «Наурыҙ» XIV халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.

2021 йылда Дағестан Республикаһының Махачкала ҡалаһында уҙған II Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә С.Ильясовтың “Биғылый” спектакле диплом менән бүләкләнде.

 

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һәр заманда ла үҙенең профессионал актерҙар коллективы менән дан тота. Бөгөнгө көндә театрҙа республикала һәм илдә танылыу тапҡан Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндар, Миңниса Бакирова, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, Зөлфиә Хәлилова  ижад итә. Миңниса Бакирова Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Маҡтау ҡағыҙына, Рафиға Галина “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһенә эйә талантлы шәхестәр. БР-ҙың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылыуы ла тантаналы ваҡиғаға әүерелде.

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ләйсән Кәримова, Резеда Әмәкәсова, Фәрзәнә Ғөбәйҙулина, Айгөл Зөбәйҙуллина, шулай уҡ драма артистары  Гөлнара Йәрмиева, Илгиз Әкимбәтов, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Марат Зөбәйеров, Гөлйемеш Ибраһимова, Әлфинур Ғәзимоваларҙың исемдәре театр сәнғәте күген яҡты нурҙар менән балҡыта. Ҡәҙриә Мифтахова, Нурзидә Сәфәрғолова, Лилиә Ахунова, Айһылыу Исмәғилева, Илнур Атйетәров, Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндар, Илнур һәм Фәйрүзә Сәлимгәрәевтар – театрҙың киләсәген билдәләүсе яҡшы алмаш. Стәрлетамаҡ актерҙарын республикабыҙ халҡы көн һайын БСТ каналындағы  “Күңелле йәшәйбеҙ” тележурналы, “Бәхет ҡошо”, “Сируси”, “Күршеләр” сериалдары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған ҡыҫҡа метражлы  “Өс хат”, “Кластан тыш дәрес” фильмдары аша ла яҡшы белә. Быларҙың барыһы ла – талантлы кинорежиссер Руслан Юлтаевтың ижад емеше.

Оҙаҡ йылдар театрҙа эшләп яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып киткән Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров (1950 – 2013), шулай уҡ театр күгендә йондоҙ булып балҡып өлгөргән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин (1935 – 2015), Башҡортостандың халыҡ артистары Әсҡәт Йәнбәков (1953 – 2012), Фәим Әхмәтйәнов (1964 – 2022), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзиә Ҡудашева (1952 – 2006), Илдар Сафин (1961 – 2010), Азамат Хәлиловтар (1970 – 2018) тамашасы күңелендә мәңге һаҡланыр…

Башҡорт драма театры эшләү дәүерендә 150-нән ашыу спектакль ҡуйып, республика театр сәнғәтендә профессионал театр булараҡ уңыш ҡаҙанды. Төрлө замандарҙа сәхнәлә барған – «Ҡабул ит уларҙы, Шамбала» (Б.Гаврилов), «Йәш йөрәктәр» (Ф.Бурнаш), «Онотолған доға» (Ф.Бүләков), «Насретдиндың биш ҡатыны» (И.Садиҡов), «Мәмерйә» (Ғ.Шафиҡов), «Һижрәт» (Н.Иҫәнбәт), «Алтылағы – алтмышта» (В.Гуркин), «Роза тамғаһы» (Т.Уильямс), «Ҡаһым түрә» (И.һәм Ә.Дилмөхәмәтовтар), «Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ» (К.Чандр), «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» (А.Хөсәйенов), «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме…», «Мәскәү-Васютки» (Ф.Бүләков), «Йәшә һәм онотма» (В.Распутин), «Аҫылйәр», «Ғәлиәбаныу» (М.Фәйзи), «Китмәҫкә килгән ҡошом» (Э.Йәһүҙин), «Тиле йәшлек» (И.Абдуллин), «Ә таңдар бында тыныс…» (Б.Васильев), «Бернарда Альба йорто» (Ф.Г.Лорка), «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын» (М.Ҡунафин) кеүек спектаклдәрҙе тамашасы бөгөн дә яратып иҫкә ала.

Әлеге көндә театр репертуары М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклдәре, Б.Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы, Т.Миңнуллиндың «Тормош – ҡуласа», Ф.Бүләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем…”, М.Ҡунафиның “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” драмалары, Н.Ғәйетбайҙың «Нисек кейәүгә сығырға?!.», Д.Сәлиховтың «Ҡатын түгел – аждаһа», Б.Рацер, В.Константинов пьесаһы буйынса «Ҡарауыл! Атай өйләнә?!.», Р.Шарт пьесаһы буйынса «Минең ҡатынымдың исеме Морис», И.Зәйниевтың “Әсәй, бына һиңә килен…дәр!” комедиялары һәм башҡа сағыу әҫәрҙәренән тора.

Театрҙа кескәй һәм йәш тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй сәхнә әҫәрҙәре лә етәрлек. Наркотиктарға ҡаршы көрәш, уттан һаҡ булырға өйрәткән, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, хеҙмәтте һөйөү темалары өҫтөнлөк ала.

Һуңғы йылдарҙа сәхнәгә бөтәһе һигеҙ премьера – М.Кәримдең «Өс таған» повесы һәм «Ай тотолған төндә» трагедияһы, Н.Гоголь пьесаһы буйынса «Көйһөҙ кейәү» комедияһы, М.Буранғоловтың «Ашҡаҙар» музыкаль драмаһы, С.Ильясовтың романы буйынса «Биғылый» драмаһы, Ә.Атнабаевтың «Хушығыҙ хыялдарым» драмаһы, М.Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» драмаһы, Ф.Бүләковтың “Гөлнара” драмаһы  «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Бәләкәй Тыуған ил мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйылды.

2022 йылдың октябрендә Башҡорт драма театрына Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың исеме бирелде һәм бюст ҡуйылды. Остаздың исемен мәңгеләштереүҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улының ярҙамы ҙур.

Театр коллективы Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларынан, Татарстан, Ҡалмыҡ, Яҡут Республикаларынан саҡырылған күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Йылдар үткән һайын башҡорт драма театры сәнғәт донъяһында билдәлелек яулай барып, әлеге ваҡытта профессионал театрҙар араһында тәүгеләр иҫәбендә.

Театрҙың художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының Станиславский исемендәге, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалдары менән бүләкләнеүсе Илһам Ринат улы Рәхимов.

2013 йылдың 19 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән ике ҙур ижади коллектив – Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы берләшеүе һөҙөмтәһендә “Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе” учреждениеһы барлыҡҡа килде.

Учреждение директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры Харис Зәбих улы Әбдрәхимов.

ТЕАТРҘЫҢ РЕПЕРТУАРЫ

ИСТОРИЯ

БАШКИРСКОГО ДРАМАТИЧЕСКОГО ТЕАТРА имени ИЛЬШАТА ЮМАГУЛОВА

Государственного бюджетного учреждения культуры и искусства Республики Башкортостан «Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение»

Если окунемся в историю театров Башкортостана, то увидим удивительное открытие. Оказывается, Стерлитамакская земля – очаг культуры, давший жизнь Башкирскому государственному академическому театру драмы имени М.Гафури, Сибайскому государственному башкирскому театру драмы имени А.Мубяракова и Салаватскому государственному башкирскому драматическому театру. Об этом нам говорят исторические данные. Вообще историю Стерлитамакского театра условно можно разделить на четыре периода.

1912 годы – “Клуб Ашкадар”

Одним из основателей первого национального театра в Стерлитамаке можно назвать Гиляжа Гумерского. Когда он в 1912 году появился в городе, за плечами этого выпускника известного Уфимского медресе «Гусмания» были годы учительства в волостной школе в родной Миркит-Минской волости и работа библиотекарем в избе-читальне. Перечитав в библиотеке все доступные пьесы будущих классиков татарской и башкирской драматургии, он загорелся идеей создания национального театра. Ближайшим к его волости городом в то время был Стерлитамак.

Здесь он первым делом направился в клуб «Ашкадар» – место встреч продвинутой национальной молодёжи города. Клуб был создан ещё в 1910 году купеческим сыном Фахри Валидовым. По вечерам молодые люди там занимались музицированием. Сам Ф.Валидов великолепно играл на мандолине, гармонике, пианино и научил этому своих друзей. Он с воодушевлением подхватил идею Г.Гумерского. Для постановки была выбрана комедия Г.Камала «Несчастный жених». Репетировали в доме купца Патрикеева, что на углу нынешних улиц Б.Хмельницкого и К.Маркса. На втором этаже оборудовали что-то наподобие сцены. Костюмы и прочий реквизит приносили из дому, что-то подшивали, подгоняли.
Говорят, успех превзошёл все ожидания. Овациям не было конца, а местное купечество после премьеры организовало банкет и задарило артистов деньгами. Роли исполнили Зухра Аблаизова (впоследствии выступавшая под псевдонимом Сара-ханум), Гарифа и Сабира Валидовы (сестры Фахри Валидова), жена Гиляжа Гумерского Гильминиса (учительница женского медресе), его сестра Гульшат и ее муж Ханафи Даутов, сестра З.Аблаизовой Гульсум со своим будущим мужем Габдельхалитом Алпаровым, учитель медресе Терегулов и его жена Зулейха, Мустафа Идрисов, Мадина Еникеева…

Клуб «Ашкадар» базировался в первом и единственном кинотеатре города «Мираж». Здесь же состоялась и премьера спектакля. Потом были «Асылъяр» М.Файзи, «Башмачки» Х.Ибрагимова, «Зулейха» Г.Исхаки и пьесы самого Г.Гумерского.

20-е годы – «НАЧАЛО АКАДЕМИИ»

4 декабря 1919 года в городе Стерлитамаке, в первой столице БАССР был учрежден Башкирский театр. Объявленный государственной труппой БАССР коллектив складывался в течение длительного времени из различных творческих групп и ассоциаций. В 1919 году ядро башкирского театра составила труппа под названием «Товарищество мусульманских драматических артистов» под руководством известного в театральном мире России – актера и режиссера, основателя первых сценических объединений в Башкортостане Вали Муртазина-Иманского (годы жизни 1885-1938). Присоединились в этот коллектив труппы под руководством И.Кудашева-Ашкадарского, Г.Кариева и С.Гиззатуллиной-Волжской.  Художественным руководителем и директором первой государственной труппы БАССР стал В.Муртазин-Иманский. В декабре 1919 года в труппу театра приглашают Г.Ушанова, ставшего носителем эстетики башкирского фольклора, привнеся в профессиональный театр самобытные и яркие элементы народного творчества.

Первым спектаклем первого государственного театра стала драматическая хроника поэта и драматурга Ф.Сулейманова-Инана «Богатырь Салават», поставленный В.Муртазиным-Иманским в декабре 1919 году. Тогда, в 1919 году, складывается первый репертуар театра — это драматическая поэма Ш.Бабича на коранические мотивы “Азазель”, драмы М.Бурангулова “Ашкадар” и “Алпамыша” по легендам и героическим сказаниям башкир, трагедии Д. Юлтыя “Мактым-хылу” и “Карагул”, драма М.Файзи “Галиябану”, которая сей день не сходит со сцены знаменитая постановка. Спектакли показывали на сцене Стерлитамакского кинотеатра «Мираж».

В 1922 году, с расширением территориальных границ БАССР (Большая Башкирия) и перемещением столицы республики в Уфу, стерлитамакская труппа сливается с башкирской труппой Уфимского государственного Показательного театра.

30-е годы – «Театры совхоз-колхозов»

До середины тридцатых годов культурная жизнь Стерлитамака была на грани угасания. Но с началом разработки близлежащего нефтяного месторождения жизнь в городе вновь наладилась. Бурно развивалась и культурная жизнь. Во второй половине тридцатых годов в городе появились два новых культурных центра: башкирский и русский театры. И на их базе, с целью обслуживания зрителей из деревень, Башнаркомпрос организовал башкирский совхозно-колхозный передвижной театр. Именно в те годы молодой артист Арслан Мубаряков завоевал народную любовь своим талантом. Он исполнил главный роль в фильме

А.Протазанова «Салават Юлаев». Талант народного артиста СССР А.Мубарякова раскрылся в Стерлитамаке, откуда и пошло его творчество. Затем он с этим коллективом перешел в только что созданный Башкирский театр “Баймак (Сибай) сиҙәм ерҙәр”.

Так прекратился обслуживание зрителей г.Стерлитамака, с.Красноусольска (Гафурийский район), д.Макарово (Ишимбайский район), д.Карагушево (Стерлибашевский район). Но именно тогда в отличие от основного театра в Аургазинском районе был создан свой совхозно-колхозный театр. Все остальные артисты г.Стерлитамак, также Давлекановский башкирский совхозно-колхозный театр присоединяются к этому театру. После войны, в 1950-54 гг. Аургазинский театр переезжает в г.Салават.

90-е годы –

«СТЕРЛИТАМАКСКИЙ БАШКИРСКИЙ ДРАМАТИЧЕСКИЙ ТЕАТР»

В девяностые годы в первой столице нашей республики появился новый национальный театр – Стерлитамакский башкирский драматический театр. 1 декабря 1990 года на базе театрально-культурного объединения “САММИ” был учрежден Башкирский театр-студия. Сподвижниками стали прежний министр культуры республики Салават Аминев и руководство города Стерлитамак в лице главы администрации Спартака Ахметова. Идея создания башкирского театра в городе принадлежала заслуженному работнику культуры РФ Анатолию Полянкину (1952–2022), тогдашнему директору ТКО “САММИ” и режиссеру, заслуженному деятелю искусств Республики Башкортостан и лауреату государственной премии Республики Башкортостан имени С.Юлаева Гульдар Ильясовой. Для открытия и развития национального театра их вклад неоценим.

Первая премьера по пьесе Дулата Исабекова “Көтөр кешем бар минең” (Наследники), которая состоялась 7 апреля 1991 году, в режиссуре Гульдар Ильясовой, стала открытием башкирского театра. Первые актёры театра — заслуженный артист Российской Федерации и Республики Башкортостан Ильшат Юмагулов, народные артисты Республики Башкортостан Киньябика Исламгулова, Рафига Галина, заслуженные артисты Республики Башкортостан Тагир Искандаров, Ляйсан Каримова, заслуженный работник печати Республики Башкортостан Фаяз Юмагузин, заслуженный работник культуры Республики Башкортостан Рамиль Гимранов.

Во исполнение распоряжения Кабинета Министров РБ Государственное театральное объединение «САММИ» г. Стерлитамак с 1 июля 2002 года реорганизовано в Государственное учреждение культуры «Стерлитамаский государственный башкирский драматический театр».

Для открытия и развития национального театра неоценим и вклад заслуженного артиста Российской Федерации и Башкортостан, актёра, драматурга, преподавателя Ильшата Юмагулова. В разные годы были поставлены спектакли по его пьесам «Не хочу тебя терять», «У озера чертовки», «Пылкие любовники». Башкирский драмтеатр сразу же взял курс на современную национальную драму. На подмостках этого театра прозвучали имена современников-драматургов Рашита Султангареева, Ралифа Кинзябаева, Булата Рафикова, Газима Шафикова, Хамита Иргалина, Зиниры Атнабаевой, Флорида Булякова, Кабира Акбашева, Рамиля Кульдавлетова, Наиля Гаитбаева и другие.

Более тридцати лет работы театр накопил огромный творческий опыт, стал одним из известных театров республики, визитной карточкой Башкортостана. В наградном багаже театра немало побед на фестивалях и конкурсах различного уровня.

1993 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль Б.Гаврилова «Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!» (Прими их, Шамбала!).

1994 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль Ф.Булякова «Онотолған доға» (Забытая молитва). Автор Ф.Буляков, режиссёр-постановщик Г.Ильясова, балетмейстер И.Филлипова удостоены государственной премии имени Салавата Юлаева.

1996 – театральный фестиваль «Белые ночи» (г.Санкт-Петербург). Б.Гаврилов «Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!» (Прими их, Шамбала!) и Ф.Буляков «Онотолған доға» (Забытая молитва).

1997 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль Н.Исанбета «Һижрәт» (Переселение). Заслуженный артист РБ Ильхам Рахимов удостоен номинации «За пластическое исполнение роли».

1999 – международный фестиваль «Андижанская весна» (Узбекистан).

2002 – международный фестиваль «Мосты взаимопонимания через театральное искусство» (Кыргызстан). Спектакль Ф.Булякова «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы» (Сорок свечей надежд моих).

2003 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль М.Шаханова «Упҡын ситендә» (Крах и отчаяние). Заслуженный артист РБ Азамат Халилов удостоен номинации «Лучшая мужская роль второго плана».

2004 – республиканский фестиваль «Театры малых городов». Спектакль А.Хусаинова «Бендебике и Еренсе сэсэн». Народная артистка РБ Физалия Рахимова удостоена номинации «Лучшая женская роль».

2005 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль Р.Кинзябаева «А Торатау и ныне там…». Народная артистка РБ Минниса Бакирова – «Лучшая женская роль второго плана», Рафик Хасанов – «Лучшая мужская роль второго плана».

2008 – республиканский фестиваль детских спектаклей «Колонсак». Спектакль И.Юмагулова «Волшебная мелодия» удостоен Гран-при.

2009 – республиканский фестиваль «Театральная весна». Спектакль Ф.Булякова «Любишь, не любишь..?» Победитель в трех номинациях «Лучшая сценография» (А.Нестеров), «Лучшая женская роль» (Минниса Бакирова), «Надежда»

(р/п – Азат Зиганшин).

2009 – республиканский фестиваль, посвященный 90-летию народного поэта Башкортостана Мустая Карима, комедия «Ҡыҙ урлау» (Похищение девушки) – дипломант фестиваля, (г.Уфа).

2009 – международный фестиваль «Навруз байрамы», коллектив театра награжден дипломами I и II степени (Турция, гг.Стамбул и Анкара).

2010 – международный театральный фестиваль тюркских народов «Тысяча дыханий-один голос». Спектакль М.Буракаевой «Үҙем яҙған яҙмыш» (Судьба, выбранная мной) удостоен диплома фестиваля (г.Конья, Турция).

2010 – Республиканский фестиваль башкирской драматургии. Спектакль Ф.Булякова «Москва-Васютки» удостоен Гран-при.

2011 – III Всероссийский фестиваль молодой режиссуры «Ремесло». Спектакль Ф.Булякова «Москва-Васютки» признан «Лучшим спектаклем».

2011 – Международный театральный фестиваль тюркских народов им.Х.Насретдина (Турция). Спектакль М.Карима «Ҡыҙ урлау» (Похищение девушки).

2011 – международная научная конференция и фестиваль «Культурное наследие тюркских народов» (г.Ашхабад, Туркменистан).

2012 – V международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык». Спектакль Ф.Булякова «Москва-Васютки». Обладатель Гран-при в номинациях «Лучший спектакль», «Лучшая мужская роль» (Ф.Бакиров), г.Уфа.

2012 – спектакль «Москва-Васютки» показан на сцене Московского Театра Луны в рамках Дней Республики Башкортостан в Москве.

2012 – международный театральный фестиваль «Мир Исабекова», посвящённый 70-летию Д.Исабекова (г.Алма-Ата, Казахстан). Спектакль «Старшая сестра». Лауреат в номинации «Лучшая женская роль второго плана» (Гульфия Мурзагильдина).

2012 – участие в международной конференции «Астана: опыт празднования Дня столицы» для работников культуры и искусства (Казахстан).

2012 – театр занял I место в республиканском фестивале «Веселая кулиса».

2013 – спектакль «Бойся равнодушия» по пьесе З.Сулейманова был награжден Почетной грамотой Управления по РБ Федеральной Службы РФ по контролю за оборотом наркотиков.

2017 – республиканский фестиваль «Театральная весна» (г.Уфа). Спектакль М.Кунафина «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы…» (Люди на том берегу…). «Лучшая женская роль второго плана» (Зиляря Юлтаева).

2017 – II Межрегиональный фестиваль национальных театров «Сказочная палитра» (г.Чебоксары, Республика Чувашия). Спектакль М.Карима «Таганок» удостоен номинации «Лучший спектакль для юного зрителя (режиссура)».

2019 – VII Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык». (г.Уфа). Спектакль М.Карима «Өс таған» (Таганок) обладатель Гран-при фестиваля. Победитель в двух номинациях: «Лучшая женская роль второго плана» (Минниса Бакирова) и «Лучшая сценография» (художники-постановщики Антон Фёдоров и Лилия Сулейманова).

2019 – XIV международный театральный фестиваль «Науруз» (Казань). Спектакль М.Карима «Өс таған» (Таганок) награжден дипломами.

2021 – II Международный фестиваль национальных театров в Махачкале. (Республика Дагестан). Спектакль С.Ильясова «Биғылый» (Беглый) награжден дипломом.

В целях пропаганды культуры и искусства нашей многонациональной республики артисты театра ежегодно выезжают с гастролями в Челябинскую, Самарскую, Оренбургскую, Саратовскую, Тюменскую области, Краснодарский край, Ханты-Мансийский автономный округ, в Республику Татарстан и в Республику Дагестан. Успешно выступают в районах и городах нашей республики.

Театр всегда славился своим профессиональным актёрским коллективом. Здесь работают известные в республике артисты, всеми признанные мастера сцены, чьё творчество составляет самую сердцевину национального театрального искусства: народные артисты Республики Башкортостан — Рафига и Равиль Галины, Миниса Бакирова, Физалия и Ильхам Рахимовы, Зульфия Халилова; заслуженные артисты Республики Башкортостан — Ляйсан Каримова, Резеда Амекачева, Рафик Хасанов, Фарзана Губайдулина, Айгуль Зубайдуллина. Миниса Бакирова имеет Почетную грамоту Президента Российской Федерации Владимира Путина, Рафига Галина знак отличия “За самоотверженный труд в Республике Башкортостан”. Торжественным событием стало вручение медали “За любовь и верность” народным артистам РБ Рафиге и Равилю Галиным.

Творческие традиции продолжают талантливые артисты драмы — Гульнара Ярмеева, Ильгиз Акимбетов, Альфинур Газимова, Марат Зубаиров, Расиль Сынбулатов, Гульемеш Ибрагимова, Алия Зарипова, Кадрия Мифтахова, Нурзида Сафаргулова, Лилия Ахунова, Айсылу Исмагилова, Ильнур Аджитаров, Фаниль и Салима Карачурины, Ильнур и Файруза Салимгареевы. Театр, с целью привлечения творческой молодежи, тесно сотрудничает с учебными заведениями, как Башкирский республиканский колледж культуры и искусства (г.Стерлитамак), Уфимский государственный институт искусств имени З.Исмагилова.

В сегодняшнем репертуаре театра — национальная классическая и современная драма: «Ғәлиәбаныу» (Песнь о любви) Мирхайдара Файзи, «Похищение девушки», «Таганок», «В ночь лунного затмения» Мустая Карима, «Кодаса» Баязита Бикбая, «Ашкадар» Мухаметши Бурангулова, «Не луна, так звёзды…» Туфана Миннулина, «Беглый» Спартака Ильясова, отечественная драматургия — «А зори здесь тихие…» Бориса Васильева, «Женитьба» Николая Гоголя, «Последняя попытка» М.Задорнова, постановки по зарубежным произведениям — «Мою жену зовут Морис» Раффи Шарт и мн. др. В последние годы башкирский театр тесно сотрудничает с известными режиссерами, как А.Федоров (г.Москва), М.Соколов (г.Санкт-Петербург), И.Валеев (г.Уфа) А.Абушахманов (г.Уфа), А.Зиганшин (г.Уфа), Сергей Потапов (Якутия), Алмас Амиров (г.Уфа) и др.

Художественные руководители башкирского драматического театра имени Ильшата Юмагулова ГБУКИ РБ СГТКО:

  1. Заслуженный деятель искусств Республики Башкортостан Ильясова Гульдар Музафаровна (1991 – 2009 гг.)
  2. Народный артист Республики Башкортостан Зиганшин Азат Надирович (2010 – 2015 гг.)
  3. Народный артист Республики Башкортостан Рахимов Ильхам Ринатович (2016 – 2018 гг.)
  4. Зарипов Айдар Маратович (2018 – 2021 гг.)
  5. Народный артист Республики Башкортостан Рахимов Ильхам Ринатович (с 2021 г. по настоящее время)

ТЕАТРҘЫҢ РЕПЕРТУАРЫ

Актёры и актрисы театра известны и по юмористическому тележурналу Руслана Юлтаева «Весело живём», который успешно идёт по местному телевидению. На базе театра с их участием сняты многосерийные фильмы «Птица счастья», «Сируси», «Соседи», короткометражные фильмы, посвященные Великой Победе в 1945 году «Три письма» и «Внеклассный урок».

Театр помнить и чтить память, ушедших из жизни талатливых актеров, как народные артисты РБ Филарет Бакиров (1950 – 2013), Хамит Яруллин (1935 – 2015), Асхат Янбеков 1953 – 2012), Фаим Ахмедьянов (1964 – 2022), заслуженные артисты РБ Рамзия Кудашева (1952 – 2006), Ильдар Сафин (1961 – 2010), Азамат Халилов (1970 – 2018).

С 1991 года по сей день в репертуаре театра насчитывается более 150 постановок.

В разные времена на сцене шли – «Прими их, Шамбала» (Б.Гаврилов), «Молодые сердца» (Ф.Бурнаш), «Забытая молитва» (Ф.Буляков), «Пять жен Насретдина» (И. Садыков), «Пещера» (Г.Шафиков), «Переселение» (Н.Исанбет), «Кадриль» (В.Гуркин), «Татуированная роза» (Т.Уильямс), «Кахым-Туря» (Н.Дильмухаметовы), «одна любовь – тысяча влюбленных» (сл.Чандра), «Бэндэбика и Ерэнсэ-сэсэн» (сл.Хусаинов), ” любишь – не любишь…» Москва-Васютки ” (Реж.Буляков), «Живи и не забывай» (сл.Распутин), «Асылъяр», «Галиябану» (Сл.Ф. Файзи), «птица, прилетевшая не уходить» (Э. Файзи).И. Ягудин), «озорная молодость» (сл.Абдуллин), ” А зори здесь тихие…””(Б.Васильев),» Дом Бернарды Альбы ” (Ф.Г.Лорка),» послушаем, как течет время ” (сл.Кунафин), которые зрители с любовью вспоминают и сегодня.

В сегодняшнем репертуаре театра — национальная классические и современные драмы, комедии – «Ҡоҙаса» (Кодаса) Б.Бикбая, «Ҡыҙ урлау» (Похищение девушки) «Өс таған» (Таганок), «Ай тотолған төндә» (В ночь лунного затмения) М.Карима, «Ғәлиәбаныу» (Песнь о любви), «Аҡ ҡалфак» (Белый калфак) М.Файзи, «Хушығыҙ хыялдарым» (Утраченные грёзы) А.Атнабаева, «Тормош – ҡуласа» (Колесо жизни) Т.Миннулина, «Биғылый» (Беглый) С.Ильясова, «Любящее сердце» Р.Куйбагарова, «Эх, күгәрсенкәйҙәрем…» (Эх, голубушки мои…) и «Гөлнара» (Гульнара) Ф.Булякова, «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» (Керчь. История боевого коня) М.Кунафина, «Нисек кейәүгә сығырға?!.» (Как выйти замуж?!.) Н.Гаитбаева, «Ҡатын түгел – аждаһа!» (Не жена, так дьявол!) Д.Салихова, «Әлепле артистары» (Артисты из Алепле), «Әсәй, бына һиңә килен…дәр!» (Три невесты одного жениха) И.Зайниева, отечественная драматургия — «А зори здесь тихие…» Б.Васильева, «Последняя попытка» М.Задорнова, «Невеста из Имеретии» Б.Рацер, В.Константинова; постановки по зарубежным произведениям — «Минең ҡатынымдың исеме Морис» (Мою жену зовут Морис) Р.Шарт, «Онотолған әҙәм» (Всеми забытый) и мн.др.

В репертуаре театра много детских постановок на различные темы, как борьба против наркомании, об осторожности с огнем, преданности дружбе, трудолюбие.

С 2017 по 2023 гг. по проекту «Культура Малой Родины» партии «Единая Россия» в башкирском театре были поставлены восемь спектаклей: «Таганок» и «В ночь лунного затмения» М.Карима, «Женитьба» Н.Гоголя, «Ашкадар» М.Бурангулова, «Беглый» С.Ильясова, «Утраченные грёзы» А.Атнабаева, «Белый калфак» М.Файзи, «Гульнара» Ф.Булякова.

Башкирский театр тесно сотрудничает с известными режиссерами, как О.Ханов (г.Уфа), А.Абушахманов (г.Уфа), А.Зиганшин (г.Уфа), А.Амиров (г.Уфа), И.Валеев (г.Уфа), И.Казакбаев (г.Уфа), С.Потапов (Якутия), А.Фёдоров (г.Москва), М.Соколов (г.Санкт-Петербург), Б.Манджиев (Республика Калмыкия) и др.

В октябре 2022 года Башкирскому драматическому театру присвоено имя заслуженного артиста Российской Федерации и Республики Башкортостан Ильшата Юмагулова и установлен бюст в поддержке главы администрации городского округа города Стерлитамак Рустема Газизова.

В настоящее время художественным руководителем башкирского театра является народный артист Республики Башкортостан, обладатель серебряной медали К.С.Станиславского Союза театральных деятелей РФ и медали “Ал да нур сәс халҡыңа” Международного союза общественных организаций “Всемирный курултай (конгресс) башкир” Рахимов Ильхам Ринатович.

Распоряжением Правительства Республики Башкортостан от 19 июня 2013 года №755-р Стерлитамакский государственный башкирский драматический театр и Стерлитамакская государственная филармония объединились в одну структуру и получили новый статус – Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение.

В настоящее время директором объединения является заслуженный работник культуры Республики Башкортостан, кавалер ордена имени Салавата Юлаева Абдрахимов Харис Забихович.

С момента реорганизации творческие коллективы продолжают радовать зрителей насыщенными концертными программами, театрализованными действиями, новыми и давно полюбившимися спектаклями.