«Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө
«Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө 1991 йылда, Стәрлетамаҡ филармонияһына нигеҙ һалынған йылда уҡ, барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылдың 12 декабрендә үҙенең тәүге концерты менән уңышлы сығыш яһап, ҡалабыҙ мәҙәниәте тормошона яңы һулыш өрә.
«Ашҡаҙар» төркөмөнөң тәүге солистары – Венер Абдуллин, Фирзинә Абдуллина, Зәйнәб Иҫәнғолова, Миңлеғәле Хөснөтдинов, Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, баянсы Ильяс Йосопов. Ул замандарҙа Венер Абдуллин етәкләгән «Ашҡаҙар» төркөмө яңынан-яңы йыр- бейеүҙәре, сәхнә образдары менән халыҡ күңеленә тиҙ арала үтеп инә. Тик аяҡҡа саҡ баҫып килгән коллективҡа матди-техник базаһын тулыландырыу еңелдән булмай. Ошо ваҡытта ҡала хакимиәте башлығы Спартак Әхмәтов, артистарҙың талантын һәм тырышлығын күреп, оло ярҙам күрһәтә. Коллективты башҡорт милли кейемдәре, музыка ҡоралдары, шулай уҡ артистарҙы торлаҡ йорттар менән тәьмин итеүе оло маҡтауға лайыҡ. Йылдан-йыл «Ашҡаҙар» төркөмө музыкаль-театрлаштырылған программалары менән өлкән һәм йәш быуын тамашасылары араһында киң танылыу алып, республикабыҙ мәҙәниәте күген балҡытып тора. Хәҙерге көндә «Ашҡаҙар» төркөмө заман талаптарына яуап бирерлек ижади эҙләнеүҙәр юлында, башҡорт халҡының тарихына, йолаларына таянып ижад итә. Филармониябыҙҙың тәүге ҡарлуғастары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары — ҡурайсы Миңлеғәле Хәсәнов һәм бейеүсе Рәйхана Хәсәнова ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, сәнғәт һөйөүселәргә күңелле, сағыу байрам кәйефе бүләк итә. Рәйхана Хәсәнова башҡарған «Заһиҙә», «Әйҙә бейе», «Ҡубыҙ менән бейеү», «Тирәккәйем» һәм башҡа бейеүҙәре һәр саҡ көслө алҡыштарға күмелә. Миңлеғәле Хәсәновтың «Шафиҡ», «Ҡалды», «Байыҡ», «Наполеон Бонапарт», «Торналар» инструменталь композициялары ҡурай моңон бейеклектәргә күтәрә. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, күркәм йолаларын, тарихыбыҙҙы халыҡҡа көй-моңдар аша еткереү – «Ашҡаҙар» төркөмө йырсыларының төп бурыстарының береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәзинур Хужәхмәтовтың яңғыҙ йыр программалары ҙур уңыш ҡаҙана, ҡомартҡы булып һаҡланған бороңғо башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас башҡарыуы һәр тамашасының күңелен арбай. Сағыу тауышлы Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтарҙың мөхәббәткә, бәхетле тормошҡа, ғаилә ныҡлығына бағышлап йырлауҙары тыңлаусыға ял һәм күтәренке кәйеф бүләк итеп сихри моң даръяһына солғай. Үҙенә генә хас моңло тауышы менән күптәрҙе арбаған Ришат Хәмитов республикала ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә лә яҡшы таныш. Уны тамашасы халыҡ һәм эстрада йырсыһы, йор һүҙле алып барыусы, шулай уҡ юмор өлкәһендәге ижад емештәре өсөн дә хөрмәт итә. Талантлы йырсыларыбыҙ – Гүзәлиә Татлыбаева, ҡурайсыбыҙ Динар Абдуллин –
«Ашҡаҙар»ҙың киләсәге. Үҙҙәренең моңло тауыштары, дәртле йырҙары менән коллективҡа дөрләп килеп ингән йәштәргә артабан да ижади ҡаҙаныштар насип булһын! «Ашҡаҙар» төркөмө программаларын Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә – Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Пермь, Һамар, Төмән, Ульяновск өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла йылы ҡабул итәләр. «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң асылыуҙан алып әлеге көнгә тиклем үтелгән ижад юлы мәртәбәле һәм оло маҡтауға лайыҡ.